КӘЗӘ АҪРАУСЫЛЫҠ, һөт, ит, дебет һәм йөн алыу өсөн кәзә үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Кәзә һөтө — еңел үҙләштерелеүсе продукт, бигерәк тә балалар туҡланыуы өсөн файҙалы. Кәзә ите туҡлыҡлылығы һәм тәм сифаттары б‑са һарыҡ итенә тиң. Йөнөнән төрлө туҡымалар, балаҫтар һ.б. эшләнә. Тиреһенән шевро, хром, замша, лайка һ.б. күн төрҙәре эшкәртелә. Ҡуйы йөнлө тиренән мех яһала. Дебете шәл бәйләү өсөн сеймал булып тора. Продуктлылыҡ йүнәлеше б‑са һөт, йөн һәм дебет кәзәләре айырыла. Һөт тоҡомдарына — горький, заанен, мегрель, урыҫ һ.б.; йөн тоҡомдарына — ангора һәм совет йөн; дебет тоҡомдарына урындағы башҡорт, ырымбур, дон кәзәләре һ.б. инә. Һөт тоҡомдарының уртаса йыллыҡ һауымы 300—1200 кг тәшкил итә, һөттөң ҡуйылығы 3,8—4,5%. Үрсемлеге 1—2, ҡайһы берҙә 5‑кә тиклем бәрәс. Йөн биреүсе тоҡом кәзәләренең йөн оҙонлоғо 30 см етә, нәҙеклеге 27—36 мкм. Инә кәзәләрҙән — 1,7—3,0 кг, тәкәләрҙән 3,5—5,0 кг йөн алына. Дебет кәзәләренән бер йыл эсендә оҙонлоғо 7—13 см, нәҙеклеге 15—19 мкм булған 600 г тиклем һәм унан да артығыраҡ дебет алалар. Башҡортостанда кәзәләр башлыса шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа үрсетелә. 2006—12 йй. эсендә һарыҡ һәм кәзәләр һаны халыҡ хужалыҡтарында — 623,8 меңдән алып 785,9 меңгә тиклем, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 5,9 меңдән 58,8 меңгә тиклем артҡан. 2012 й. бөтә категория хужалыҡтарҙа кәзәләр һаны 82,7 мең тәшкил иткән, ш. иҫ. а.х. пр‑тиеларында — 0,2 (0,2%), крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында — 4,9 (5,9%), шәхси хужалыҡтарҙа — 77,6 мең (93,8%). Респ. үҙендә үҫкән һәм яраҡлашҡан, башҡа төбәктәрҙән индерелгән, башлыса заанен тоҡомо м‑н ҡатнаш һөт кәзәләрен үрсетәләр. Һөт кәзәләренән ш. уҡ урыҫ тоҡомлолары ла осрай, төҫтәре төрлө (аҡ, ала, ҡара һ.б. төҫтә), мөгөҙлө һәм туҡал. Инә кәзәләрҙең тере ауырлығы 35—40 кг, тәкәләрҙеке — 40—45 кг. Уртаса йыллыҡ һауым 250—700 кг тәшкил итә. Һөт йүнәлешле кәзәләрҙе башлыса Кушнаренко, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Туймазы, Шаран, Шишмә р‑ндарының шәхси хужалыҡтарында; 20 б. 90‑сы йй. алып Благовар, Мәсетле, Учалы, Әбйәлил һ.б. р‑ндарҙың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында үрсетәләр. БР‑ҙа эре К.а. хужалығы булып Шаран р‑нындағы Сәмиғуллин Р.Р. крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә: хужалыҡта 985 баш саф заанен тоҡомло кәзә, ш. иҫ. 300 инә кәзә, аҫрала.

Дебет йүнәлешле урындағы башҡ. кәзәләре конституциялы ныҡ, улар сыҙамлы, талымһыҙ; өҫтөнлөк иткән төҫтәре: ҡара, ҡуйы һоро, ҡайһы берҙә көрән төҫмөрлө. Инә кәзәләрҙең тере ауырлығы 40—50 кг, тәкәләрҙеке — 50—85 кг, йылына 1 малдан 200—600 г дебет алалар. Дебете төрлө төҫмөрлө һоро төҫтә, оҙонлоғо 5—9 см, нәҙеклеге 15—17 мкм. Дебет йүнәлешле урындағы кәзәләрҙе башлыса Баймаҡ, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Хәйбулла, Әбйәлил һ.б. р‑ндарҙың шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында үрсетәләр.

Әҙәб.: Исламов Ф.А., Исламова С.Г. Содержание коз. Уфа, 2007.

Ф.Ә.Исламов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке