КӘБИРОВ Марат Миҙхәт улы (15.1.1956, Өфө), спортсы. Бокс б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1979). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1983). “Нефтсе” спорт комб‑ты тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Ш.Вәлиуллин). СССР чемпионатының көмөш призёры (1979), РСФСР чемпионаттарының бронза призёры (1977—79), СССР‑ҙың Спорт ком‑ты приздарына халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (1979). Үҫмер спортсылар араһында СССР беренселегенең бронза призёры (1975). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1977—79). 1996—2011 йй. бокс б‑са 22‑се ДЮСШ‑ның уҡытыусы‑тренеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке