КӘБӘС, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Кәбәс а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 10 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 379 кеше; 1920 — 677; 1939 — 717; 1959 — 546; 1989 — 285; 2002 — 332; 2010 — 289 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1714 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. 1783 й., 1794 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултырған. 1865 й. 35 йортта 217 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән.

М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке