КӘБӘН, Кама й. басс. һаҙлыҡ. Краснокама р‑ны Һаҡлау а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 1769 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,6 м, иң ҡалыны — 8,5 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ҡайын, тал, ҡара ҡарағат, ҙур сөйәл үләне, еңсәле мамыҡбаш күрән, ерек ҡураһы, тарбаҡлы тарут, һаҙ ҡолонғойроғо, һаҙ ҡырҡбыуыны, ябай кесерткән һ.б. үҫә. Мышы, төлкө, урман эте, алағанат турғай, ҡара төйлөгән, ҡом һайыҫҡаны, ҡуҡый, тәгәрлек, һоро торна, һуна өйрәк, ялан торомтайы һ.б. йәшәй. Аҡ сикәле ҡарағаҙ, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, мәрйенгүҙ һ.б. күсәр ҡоштар туҡтала.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке