КӘБЕҪТӘ (Вrassica), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 35 төрө билдәле, Евразия һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: ялан К., йәки эт ҡуҙағы; ҡара шипкән һәм сарепта шипкәне. Бер йәки ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 20—150 см. Аҫҡы япрағы лира формаһында, өҫкөһө — оҙонса-осло. Сәскәһе һары, тәлгәшкә йыйылған. Май—сент. сәскә ата. Емеше — ҡуҙаҡ, июнь—сент. өлгөрә. Баҫыуҙа, баҡсала, ташландыҡ ерҙә һәм юл ситендә үҫә. Ҡый үләне. Сарепта шипкәне дарыу, май биреүсе һәм баллы үҫемлек булараҡ үҫтерелә. Культурала К. бер нисә төрөн үҫтерәләр: гәрәнкә, рапс, турнепс — мал аҙығы культуралары, баҡса К., шалҡан — йәшелсә культуралары. Баҡса К. төрҙәре: брюссель К., кольраби К., күсәнле К., пекин К., савой К., сәскәле К., япраҡлы һ.б. Иң таралғаны — күсәнле К. (аҡ һәм ҡыҙыл күсәнле). Ике йыллыҡ үлән, үҫеүенең 1‑се йылында күсән (ныҡ үҫешкән өҫкө бөрө) барлыҡҡа килтерә. Һабағы 15—50 см бейеклектә, урта өлөшөндә ҡалын. Япрағы лира формаһында, бөтөн, төрлө төҫмөрҙәге йәшел һәм шәмәхә төҫтә, балауыҙ ҡунығы бар. Күсәне йомро, яҫы һ.б. формала, диам. 10—45 см, ауырлығы 0,3—16 кг. 2‑се йылына үҫемлек 1,75 м тиклем бейеклектәге сәскәле һабаҡ барлыҡҡа килтерә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 3—4 г. Күсәне һәм япрағының составы (%): ҡоро матдә 7—10, шәкәр 4—5, күҙәнәклек 0,5—1,4, аҡһым 1,2—2,0, С витамины 23—87 мг% һ.б., ш. уҡ калий, кальций, магний, марганец, тимер һ.б. бар. Баҡса К. — һыуыҡҡа сыҙамлы, яҡтылыҡ һәм дым яратыусы үҫемлек. К. үҫтереү өсөн һаҙланған һәм әсе тупраҡ яраҡһыҙ. Вегетация осоро 50—210 көн. Төп элгәрҙәре — картуф, күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы үләндәр, ҡуҙаҡлы иген культуралары, томат, һуған һәм шәкәр сөгөлдөрө. Плёнка япма аҫтында үрсетмә ысулы м‑н үҫтерәләр, яҙғы теплицаларҙа 35—50 көн дауамында үҫә. Орлоҡто үрсетмәгә ултыртыу ваҡыты март уртаһы: апр. аҙағы, сәсеү нормаһы 12—15 г/м2. Беренсе ысын япраҡ фазаһында, үҫемлектәрҙе 6х6 йәки 6х5 см (250—320 дана/м2) схемаһы б‑са ултыртып, пикировка эшләнә. 4—5‑се ысын япраҡ фазаһында үрсетмә асыҡ грунтҡа күсереп ултыртыла: иртә өлгөрөүсе сорттар — май башында — уртаһында, һуң өлгөрөүсеһе — май уртаһында һәм уртаса өлгөрөүсеһе — июнь башында. К. иртә өлгөрөүсе сортының үрсетмәһе — рәттә 25—30 см һәм рәт араһында 70 см (1 га 50—55 мең үҫемлек); уртаса өлгөрөүсе сорттыҡы — рәттә 30 һәм 45 см һәм рәт араһында 70 см (1 га 32—50 мең үҫемлек); һуң өлгөрөүсе сорттыҡы рәттә 45 һәм 50 см һәм рәт араһында 70 см (1 га 30—35 мең үҫемлек) аралыҡта ултыртыла. 2011 й. респ. сәсеү майҙаны — яҡынса 2 мең га, уртаса өлгөрөүсе сорттың уңдырышлылығы — 250—300 ц/га, һуң өлгөрөүсенеке 280—350 ц/га тәшкил итә. Ашарға яраҡлы үҫемлек, сей, бешерелгән, быҡтырылған, ш. уҡ эшкәртелгән (тоҙлайҙар, консервалайҙар, маринадлайҙар, киптерәләр, ярым фабрикаттар әҙерләйҙәр һәм туңдыралар) килеш ҡулланыла. К. агротехникаһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (Н.Ә.Ғәлиев, Р.Ғ.Зарипов һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Л.И.Мансурова) үткәрелә. К. үҫтереү өсөн иң уңайлы шарттар көньяҡ урман‑дала зонаһында, төньяҡ урман-дала зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш урман-дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында. Респ. аҡ күсәнле К. (иртә өлгөрөүсе Июньская, F1 Малахит, Точка; уртаса иртә өлгөрөүсе Стахановка 1513; уртаса өлгөрөүсе Белорусская 455, Надежда, Сибирячка 60, Слава 1305; уртаса һуң өлгөрөүсе F1 Крауткайзер, Подарок, Русиновка, Юниор; һуң өлгөрөүсе F1 Лёжкий, F1 Фаворит, Харьковская зимняя), ҡыҙыл күсәнле (Каменная головка 477), пекин (Родник, Хибинская), сәскәле (Ранняя грибовская 1355, Экспресс) һ.б. К. сорттары һәм гибридтары ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Галеев Н.А. Овощи, малораспространённые в Башкортостане. Уфа, 1996.

Ә.Х.Ғәлиева, Р.Р.Исмәғилев, Д.А.Костылев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке