“КУМЕРТАУСТРОЙ”, пр‑тие. 1948 й. күмер ятҡылыҡтарын төҙөкләндереү өсөн “Башуглеразрезстрой” дәүләт союз тресы (составына Бабай, Күмертау, Мәләүез төҙөлөш идаралыҡтары, Ермолаевка, Маяҡ шахта төҙөү идаралыҡтары, Промстройуправление, Промэнергостройуправление һ.б. ингән) булараҡ ойошторола, 1960 й. “К.” тресына үҙгәртелә, 1995 й. алып ААЙ, 2005 й. ябыла. 1948—2005 йй. “К.” тарафынан 1,1 млн м2 торлаҡ, 15 мед., 108 дөйөм белем биреү, 51 мәктәпкәсә балалар учреждениеһы, ш. уҡ Күмертау, Мәләүез ҡҡ., Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез һәм Фёдоровка р‑ндарында сәнәғәт объекттары, ш. иҫ. “Башкируголь” тресының брикет ф‑каһы, Күмертау ТЭЦ-ы, Күмертау авиация производство берекмәһе, “Искра” з‑ды, Мәләүез шәкәр заводы, Нөгөш һыуһаҡлағысы төҙөлгән.

Л.А.Попова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке