АЛЛИЛ СПИРТЫ, 2‑пропен‑1‑ол, CH2=CHCH2OH, иң ябай туйындырылмаған спирт. Төҫһөҙ, еңел тоҡаныусан зәһәр еҫле шыйыҡса; tиреү –129°С, tҡайнау 96,9°С, тығыҙлығы 852 кг/м3; тоҡаныу концентрацияһы сиктәре 2,5—18%. Һыу һәм органик эреткестәр м‑н ҡатнаша. Тирене, тын алыу һәм күреү ағзаларының лайлалы тиресәһен ҡуҙғыта (һауала ПДК 2 мг/м3).

СССР‑ҙа берҙән-бер А.с. производствоһы 1972 й. Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) үҙләштерелә (1996 й. туҡтатыла): торбаларҙан торған реакторҙарҙа 160—170°С т‑рала һәм 2—2,3 МПа баҫым аҫтында аллилхлоридты кальцинирланған сода эретмәһендә (100—110 г/л) гидролизлау юлы м‑н алалар. А.с. глицерин, 1,2‑дихлорпропан нигеҙендә нематоцидлы ҡатнашма алыу өсөн файҙаланыла. 1972—94 йй. Украина һәм РФ пр‑тиелары А.с. ҡулланыусылар була.

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018