КӘЛМӘТОВ Харис Сәлих улы (20.10.1897, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а., — 27.11.1937, Өфө), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР Юстиция ХК эргәһендәге Юғары юридик курстарҙы тамамлаған (Мәскәү, 1926). 1919—21 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1920 й. алып Башҡ. кавалерия дивизионы отделениеһының, 1921 й. — Үҫәргән кантонының хәрби комиссары. 1922 й. башлап БАССР Баш судында (1924—29 йй. рәйесе), 1927 й. — БашҮБК ағзаһы. 1936 й. алып БАССР ХКС эргәһендәге Физкультура һәм спорт эштәре ком‑ты рәйесе. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке