“КУМЕРТАУСКОЕ ВРЕМЯ” (“Күмертау ваҡыты”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Ваҡыт” гәзите редакцияһы” ҡаҙна пр‑тиеһы. Күмертау ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1935 й. алып башҡ. телендә “Ленин байрағы” һәм урыҫ телендә “Большевик” исеме м‑н нәшер ителә; 1954 й. – урыҫ телендә “Горняк” (“Таусы”); 1965 й. “Ленинское знамя” (“Ленин байрағы”; ҡара: “Куюргаза”) гәз. м‑н ҡушылғандан һуң — урыҫ телендә “Путь Ильича” һәм башҡ. телендә “Ильич юлы”, 1990 й. башлап “Время” һәм “Заман” исемдәре м‑н нәшер ителә. 2005 й. башҡ. телендәге гәзит айырылып сыҡҡандан һуң (ҡара: “Юшатыр”), урыҫ телендә сыға, 2006 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 1962—65 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке