КУЛЯСОВ Алексей Матвеевич (Кузьмич) (8.3.1875, Ҡазан губ. Мамадыш өйәҙе Пеньки а. — 1933, Нарым крайы Ильинка а.), дин әһеле. Священник дәрәжәһен ҡабул иткән (1901). Ҡазан уҡытыусылар семинарияһын тамамлағандан һуң (1893) Ҡазан губ. мәктәптәрендә эшләй, 1901 й. алып Ҡазан өйәҙендә ауыл сиркәүҙәре настоятеле, бер үк ваҡытта 1903 й. — “Церковный вестник” (“Сиркәү мөхбире”), 1905—07 йй. “Церковно-общественная жизнь” (“Сиркәү‑йәмғиәт тормошо”) ж. хәбәрсеһе. 1916 й. алып Богородица Раштыуаһы кафедраль соборы, 1921 й. — Богородский‑Өфө сиркәүе настоятеле. Әҫәрҙәре христиан ваҡытлы матбуғатында баҫыла. Төп эштәре Сиркәү тормошона, халыҡтың соц.‑иҡт. хәленә, революцион һәм атеистик пропагандаға ҡаршы тороуға һ.б. арнала; К. тарафынан башланғыс кластар өсөн “Фани донъя тормошо” (“Жизнь Божьего мира”) дәреслеге яҙыла (1910). Көнсығыш Рәсәй мәҙәни-ағартыу йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе, “Уфимский церковно‑народный голос” (“Өфө сиркәү‑халыҡ тауышы”) епархия ж. булдырыуҙа, епархия съездарын әҙерләүҙә ҡатнаша. 1930 йй. башында Богородский‑Өфө сиркәүен ябыуға ҡаршы сығыш яһай. Бер нисә тапҡыр ҡулға алына (1907, 1920, 1929). Репрессиялана (1933), һөргөндә мәрхүм була. 1989 й. аҡлана.

Хеҙм.: Уфимские епархиальные съезды за 50 лет (1867—1917). Уфа, 1916.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке