КУЛЯПИН Владислав Максимилианович (22.10.1936, Новосибирск ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2003), проф. (2005). Новосибирск электротехника ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) С.А.Чаплыгин ис. Себер авиация ҒТИ‑нда (Новосибирск) эшләй: 1965 й. алып бүлек нач. вазифаһын башҡарыусы, 1968 й. — начальнигы. 1970 й. башлап ӨДАТУ-ла. Фәнни эшмәкәрлеге осоу аппараттарының электротехник комплекстары һәм системалары өсөн ток сығанаҡтарын уйлап табыуға арналған. К. тарафынан ток сығанаҡтарының көсөргәнеше м‑н автоматик рәүештә идара итеүҙең ҡатнаш системалары теорияһы, космос аппараттарына идара итеү системаларының электр разрядлы ҡоролмалары һ.б. эшләнә. Асыштары БР‑ҙағы һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендәге авиакосмос сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Системы электрооборудования летательных аппаратов (транзисторные преобразователи). М., 2004 (авторҙ.); Источники питания систем электрооборудования летательных аппаратов. Уфа, 2009 (авторҙ.); Энергетические системы космических аппаратов. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Г.Н.Утляков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов