КУЛЬТУРОЛОГИЯ (лат. cultura — үҫтереү һәм ...логия), мәҙәниәттең асылын, барлыҡҡа килеүен, структураһын, үҫеш һәм йәшәү ҡанундарын өйрәнеүсе фән. К. белеменең йөкмәткеһен фундаменталь (генезис, типология, мәҙәниәтте өйрәнеү методологияһы һ.б. проблемалар) һәм ғәмәли төрҙәргә (мәҙәниәттең төрлө тармаҡтарының йәшәүе, сәнғәттең үҫеше һ.б.) айырырға мөмкин. К. төп бурыстары: ҡатмарлы һәм күп яҡлы феномен булараҡ мәҙәниәттең асылын, йөкмәткеһен, функцияларын, социодинамикаһын анализлау; мәҙәниәтте өйрәнеүҙең категориаль аппаратын, ысулдарын һәм сараларын эшләү; мәҙәниәтте өйрәнеүсе башҡа фәндәр м‑н уртаҡ ижади эшмәкәрлек булдырыу; айырым халыҡтарҙың мәҙәниәте тарихын һәм үҫеш перспективаларын өйрәнеү һ.б.

Башҡортостанда К. проблемалары В.Л.Бенин, А.А.Фёдоров (мәҙәниәт теорияһы һәм тарихы), Д.Ж.Вәлиев (башҡорттарҙың әхлаҡи мәҙәниәте), Ә.М.Ҡадиров (Рәсәй цивилизацияһы һәм мәҙәниәте), Ф.Т.Күзбәков, Л.Н.Попова, З.Ғ.Ураҡсин, Ф.Ғ.Хисамитдинова (Башҡортостан мәҙәниәте тарихы) һ.б. хеҙмәттәрендә күтәрелә. 1993 й. алып К. респ. һөнәри уҡыу йорттарында гуманитар белем биреү системаһына индерелгән.

Әҙәб.: Ионин Л.Г. Социология культуры. 4-е изд., перераб. и доп. М., 2004; Каган М.С. Философия культуры. СПб., 1996.

З.Й.Рәхмәтуллина

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов