КУЛЬТУРАЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, кеше тарафынан үҙ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн сәселгән үҫемлектәр. К.ү. 25 меңдән ашыу төрө үҫтерелә, уларҙың 640 төрө ҙур әһәмиәткә эйә. Иң ҙур майҙандарҙы иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары, мал аҙығы үҫемлектәре, йәшелсә, емеш, баҡса үҫемлектәре һәм сүсле үҫемлектәр биләй. К.ү. араһында дарыу үҫемлектәре, эфир майҙары биреүсе үҫемлектәр бар, гөл баҡсаларында, парк һәм баҡсаларҙа һ.б. үҫтерелгән декоратив үҫемлектәр күп. К.ү. газондар яһау, ҡомдарҙы нығытыу өсөн ҡулланылған үҫемлектәр, үҙағас алыу өсөн үҫтерелгән ағастар инә. Бик боронғо осорҙа үҫтерелә башлаған һәм ҡырағай хәлдә осрамаған төрҙәр ысын К.ү. иҫәпләнә (кукуруз, әфлисун һ.б.). Кеше үҫтергән үҫемлектәрҙең күбеһе 5—8 мең йыл элек һәм унан да алдараҡ, игенселек планетаның сағыштырмаса аҙ райондарында [төп К.ү. килеп сығыу үҙәктәре (Н.И.Вавилов)] ғына үҫешкән саҡта, культураға индерелгән. БР‑ҙың иң мөһим К.ү. — арыш, арпа, бойҙай, кәрешкә, люцерна — үҙҙәренең килеп сығышы б‑са Алғы Азия үҙәге (Тигр һәм Евфрат йй. басс.) м‑н; кәбеҫтә, клевер, һуған, кишер, һоло, ҡара торма, сөгөлдөр, һарымһаҡ — Урта диңгеҙ үҙәге; картуф, томат Анд үҙәге м‑н бәйле. Көньяҡ Уралда бронза быуатында кәтмән м‑н ер эшкәртеү барлыҡҡа килеүгә (ҡара: Абаш мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте һ.б.) арпа, бойҙай, тары үҫтереү бәйле. Иртә тимер быуатта Ананьин мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте һ.б. халҡы арыш, борай, киндер, тары, һоло үҫтерә. 19 б. Башҡортостанда ужым һәм яҙғы культуралар тарала; күпкә һуңыраҡ (башлыса 19 б. 2‑се ярт. һәм 20 б. башында) — картуф, көнбағыш, ҡаты һәм йомшаҡ бойҙай һ.б.; 30‑сы йй. — шәкәр сөгөлдөрө, 50‑се йй. силос өсөн кукуруз үҫтерелә башлай. Башҡортостанда иген (тритикале), мал аҙығы (топинамбур, топинсолнечник, һеперткеле амарант һ.б.), дарыу (дарыулы календула, ялбыр хамомилля һ.б.), баллы үҫемлектәр (аҡ ҡандала үләне, көнсығыш кәзә үләне һ.б.) һ.б. культуралар үҫтерәләр. Шулай уҡ ҡара: Ашарға яраҡлы үҫемлектәр, Бүлмә үҫемлектәре, Витаминлы үҫемлектәр, Техник үҫемлектәр.

Әҙәб.: Кучеров Е.В., Мухаметшин М.С., Хайбуллин Р.И. Рекомендации по возделыванию новых кормовых растений — сильфии пронзённолистной и топинсолнечника в Башкирии. Уфа, 1986; 80 лет Башкирскому научно-исследовательскому институту земледелия и селекции полевых культур: науч. ст. и ист. очерки. Уфа, 1994.

М.М.Хәмиҙуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке