КӘДРӘЛЕ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай р‑ны буйлап Әселе й. (Егән й. басс.) алып Ерегәҙе й. (Үрек й. ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 23 км, киңлеге төньяҡта 4 км тирәһе, көньяҡта 8 км тирәһе. Абс. бейеклеге 602 м (Кәдрәле тауы). Рельефы ҡатмарлы. Көнбайыш битләүҙәре текә (ауышлығы яҡынса 30о), көнсығышы һөҙәк; битләүҙәре күп һыҙа һәм йырындар м‑н ҡатмарланған. Ҡытау свитаһы эзбизташтарынан тора. К. битләүҙәрендә Береш й. (Егән й. ҡушылдығы), Ерегәҙе һәм Ямаш йй. (Үрек й. ҡушылдыҡтары) ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы һоро тау-урман тупрағындағы һәм кәҫле көлһыу тупраҡтағы киң япраҡлы урмандарҙан тора.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке