КУЛЬТИВАЦИЯ (лат. cultivo — эшкәртәм, үҫтерәм), ерҙе өҫтән, һай эшкәртеү ысулы. Ҡый үләндәрен ҡырҡыу м‑н бергә тупраҡты йомшарта (әйләндермәйенсә) һәм өҫтөн тигеҙләй. Тупраҡтың һыу, һауа режимдарын көйләүгә булышлыҡ итә, тупраҡта йәшәгән микроорганизмдарҙың эшмәкәрлеген йәнләндерә, а.х. культуралары орлоғо шытып сыҡһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. К. тупраҡты сәсеү алдынан әҙерләгәндә, ашламаларҙы, гербицидтарҙы күмеү, пар баҫыуҙарын, аралыҡлы культураларҙы тәрбиәләү һ.б. өсөн ҡулланыла. Тотош (бөтә һөрөнтө ерҙе эшкәртәләр) һәм рәт‑ара (тупраҡты рәт араларында ғына йомшарталар) К. айырыла. К. өсөн төрлө типтағы (осло һәм ҡасау һымаҡ табандар, бысаҡ табандар һ.б.) пар һәм аралыҡлы культиваторҙар ҡулланалар. К. тәрәнлеге (5—16 см) һәм һаны тупраҡ эшкәртеүҙең төп системаһына, тупраҡ‑климат шарттарына, культураларҙың биол. үҙенсәлектәренә һәм ҡый үләндәренең төрөнә бәйле. Иртә яҙғы культуралар сәселә торған туңға һөрөлгән ерҙең сәсеү алды К. тырматыуҙан һуң бер нисә көн үткәс ултыртылған орлоҡтар тәрәнлегендә үткәрелә. Ҡый үләндәре м‑н көрәшеү өсөн яҙғы, һуң культураларҙы сәсеү алдынан туңға һөрөлгән ер 2—3 тапҡыр культивациялана. Рәт‑ара К. аралыҡлы культуралар (йәшелсә культуралары, картуф, кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө һ.б.) сәсеүлектәрендә, емеш культуралары сәскән урында уҙғарыла. К. камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (Ф.Ш.Ғарифуллин, Р.С.Кирәев, М.Ғ.Сираев, Г.С.Смородин, М.М.Хәмиҙуллин, И.П.Юхин һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Ғ.Х.Арыҫланов, Т.И.Кейекбаев, К.З.Хәлиуллин һ.б.) һәм Биология институтында (Д.Д.Миңдейәров, Р.Я.Рамаҙанов һ.б.) үткәрелә.

Әҙәб.: Гарифуллин Ф.Ш., Миндияров Д.Д., Рамазанов Р.Я. Почвозащитную систему земледелия — на поля Башкирии. Уфа, 1980; Защита почвы от эрозии и современные почвообрабатывающие машины в системе адаптивно‑ландшафтного земледелия Башкортостана /М.Г.Сираев [и др.]. Уфа, 2002.

Р.С.Кирәев, И.С.Миңлеәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке