АҠБЕЙЕК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 6 км, киңлеге 5 км тиклем, абс. бейеклеге 969 м. Яйла һымаҡ бер нисә түбәнән тора. Төньяҡта яйлап Оло Ҡыраҡа һыртына, көньяҡта Суртанды һыртына күсә. Тәрәнлеге 350‑нән алып 400 м еткән күп һанлы тау араһы уйпатлыҡтары һәм уйһыулыҡтары м‑н йырғыланған. Палеозойҙың ультраһелтеле тоҡомдарынан, тау араһы уйпатлыҡтары ҡомташтарҙан, һәүерташтарҙан, эзбизташтан һәм ордовиктың, силурҙың һәм девондың төп эффузивтарынан тора. Һырттың көнбайыш битләүҙәрендә Оло Һарғая й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) башлана. Ландшафтары һоро тау тупрағындағы асыҡ ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы ҡайын-уҫаҡ урмандарынан тора. Төньяҡ өлөшөндә ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: 500—550 м бейеклеккә тиклем битләүҙәрҙә ҡайын‑ҡарағай урмандары үҫә, өҫтәрәк өлгөрөп етмәгән ҡараға оҡшаш тау тупрағында ҡайын-ҡарағай-ҡарағас урмандары урынлашҡан; һырттың үрге өлөшөн лишайниктарҙан, петрофиттарҙан (ҡамғаҡ, ҡанүлән, ҡуян кәбеҫтәһе, ҡоторма һ.б.) торған ҡая үҫемлектәре биләй.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке