КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ ИНСТИТУТЫ, 1926 й. Өфө өлкә күҙ ауырыуҙарын дауалау учреждениеһы (1903 й. асыла) базаһында БАССР Һаулыҡ һаҡлау ХК‑ның Башҡ‑н дәүләт трахоматоз ғилми-тикшеренеү ин‑ты булараҡ ойошторола. 1937 й. Өфө күҙ клиник дауаханаһы һәм Респ. трахоматоз диспансеры итеп үҙгәртелә, 1945 й. улар берләштерелгәндән һуң, РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡ‑н трахоматоз ғилми-тикшеренеү ин‑ты, 1965 й. хәҙ. исемен ала, 1992 й. алып БР ФА‑ның Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми‑тикшеренеү ин‑ты. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: балаларҙың тыумыштан килгән күҙ патологияһының патогенезы, уны диагностикалау һәм хирургик дауалау юлдары; күҙ травмаларын һәм уларҙың эҙемтәләрен хирургик һәм медикаментоз дауалау ысулдары; күҙҙең вируслы, бактериаль һәм аллергик ауырыуҙарын диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау; ауыр эске күҙ патологияһы булғанда микроэндоскопик дауалауҙың патогенетик аспекттары; контактлы һәм интраокуляр линзалар, биостимуляциялаусы, шешеүгә һәм бактерияларға ҡаршы препараттар етештереү (ҡара: Офтальмология). Институт составында 2 лаб.: мед. тәғәйенләнешендәге изделиелар етештереү б‑са, интраокуляр һәм контактлы линзалар етештереү б‑са; 290 койкаға иҫәпләнгән стационарҙың 5 бүлексәһе, 5 ғилми бүлексә, 2 консультация-поликлиника бүлексәһе (балалар һәм өлкәндәр өсөн), стационар урынына ҡулланылған технологиялар, анестезиология һәм реанимация, функциональ диагностика бүлексәһе, ашығыс һәм травматологик ярҙам күрһәтеү, күҙгә лазер һәм контактлы алым м‑н коррекция яһауҙы тәьмин иткән ҡабул итеү бүлексәһе, өлкә-ара лазер үҙәге бар. Институт базаһында БДМУ‑ның күҙ ауырыуҙары каф. һәм клиник ординатураһы эшләй. 37 ғилми хеҙм‑р араһында 1 БР ФА акад., 5 фән д‑ры һәм 24 фән канд. бар (2012). Аспирантура, канд. дисс. яҡлау советы эшләй. 240‑тан ашыу уйлап табыу патентланған. Институт ғалимдары тарафынан блефароптозды бөтөрөү һәм уның хирургияһы өсөн инструменттар; күҙ мөгөҙсәһенә, шекәрәһенә реконструктив операциялар яһау методтары эшләнә; глаукома һәм хроник дакриоцистит ваҡытында диодлы лазер ҡулланып микроэндоскопик операциялар өйрәнелә һәм эшләнә; факоэмульсификация һәм ябыҡ витрэктомия ысулдары камиллаштырыла һәм индерелә; күҙҙең герпеслы, аденовируслы һәм хламидиялы ауырыуҙары патогенезы тикшерелә; яңы биостимуляторҙар (керакол, азидарег) алына; мөгөҙсәнең дистрофик ауырыуҙарын дауалау өсөн “УФа‑линк” аппараты һәм “Дестралинк” мөгөҙсә протекторы эшләнгән, тыумыштан һуҡыр сабыйҙарға тыуғандың тәүге көндәренән үк хирургик дауалау кәрәклеге илдә беренсе тапҡыр иҫбатлана. Институт хеҙм‑рҙәре трахоманы бөтөрөүҙә (1926—63) ҡатнашҡан. Ин‑т тарафынан Күмертау, Сибай, Туймазы, Учалы, Яңауыл ҡҡ., Салауат р-нының Малаяҙ а. микрохирургия үҙәктәре асыла; Ҡурған, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында йәшәүселәргә ярҙам күрһәтелә. Йыл һайын 76 меңдән ашыу пациент консультация ярҙамы ала, 28 меңдән ашыу операция үткәрелә. РФ, БДБ, Австрия, Германия, Ҡытай, Төркиә, Швеция, Япония һ.б. вуздары, ғилми‑тикшеренеү ин‑ттары һәм үҙәктәре м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Дир.: В.П.Одинцов (1926 й. алып), В.И.Спасский (1934 й. алып), Ғ.Х.Ҡоҙаяров (1945 й. алып), М.С.Таңатарова (1955 й. алып), С.Х.Хәлитова (1959 й. алып), М.А.Кәлмәтова (1965 й. алып), М.Т.Аҙнабаев (1980 й. алып), М.М.Бикбов (2006 й. алып). Институт биналары (Пушкин урамы, 90 һәм 90/2; 19 б. 70—80‑се йй. төҙөлгән) архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Әҙәб.: Кулагина А.А. Развитие медицинской науки в Башкирской АССР. Уфа, 1989; Исторические вехи Уфимского научно-исследовательского института глазных болезней. Уфа, 1992.

М.М.Бикбов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке