КУЛЬГА Константин Станиславович (24.4.1963, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2010). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге машиналар эшләүҙә сәнәғәт мәғлүмәт технологияларына арналған. К. тарафынан Stalker PLM берләштерелгән автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын, уның тәьмин итеүсе программаһын төҙөү һәм индереү методологияһы уйлап табыла. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Автоматизация технической подготовки и управления производством на основе PLM‑системы. М., 2008; Информационные технологии проектирования и эксплуатации мехатронного оборудования. Уфа, 2008; Модели и методы создания интегрированной информационной системы для автоматизации технической подготовки и управления авиационным и машиностроительным производством. М., 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке