КУЛИШ Елена Ивановна (19.8.1968, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2000). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2013). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1990) шунда уҡ эшләй (2014 й. алып юғары молекуляр берләшмәләр һәм дөйөм химия технологияһы каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре полимерҙарҙың, ш. иҫ. медицинала ҡулланылған полимерҙарҙың, физик химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. К. тарафынан поливинилхлоридтың эретмәләрҙә, башҡа полимерҙар м‑н ҡатнашмаларҙа структура барлыҡҡа килтереүе һәм деструкцияһы өйрәнелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке