КУЛИКОВ Фёдор Семёнович (16.2.1906, Калуга губ. Барятино а. — 28.11.1964, Өфө), инженер‑геолог. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1937) “Башнефть” тресы геол. эҙләнеүҙәр контораһының партия нач., 1942 й. алып “Башнефтеразведка” тресының бүлек етәксеһе, 1950 й. — Башвостокнефтеразведка” тресының (икеһе лә – Стәрлетамаҡ ҡ.) баш геологы, 1962—64 йй. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑ның бүлек етәксеһе. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть геологияһы м‑н бәйле. Арлан нефть ятҡылығын, Ҡушкүл нефть ятҡылығын, Сергеевка нефть ятҡылығын, Шкапов нефть ятҡылығын һ.б. асыуҙа ҡатнаша. 9 фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән. (1959).

Хеҙм.: Волго‑Уральская нефтегазоносная область. М., 1957 (авторҙ.).

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

Текст на русском языке