КУЛИКОВ Сергей Иванович (1.7.1912, Ярославль губ. Оло Плёсо а. — 19.9.2006, Өфө), механик‑технолог. Техник ф. канд. (1943), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1962). Рыбинск авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1937) шунда уҡ эшләй (1941 й. алып металл ҡырҡыу станоктары һәм металдарҙы ҡырҡыу ысулы м‑н эшкәртеү каф. мөдире). 1942—2006 йй. ӨДАТУ-ла: 1965 й. тиклем — металл ҡырҡыу станоктары һәм ҡырҡыу инструменттары, 1978 й. — башлап металл ҡырҡыу станоктары һәм автоматлаштырыу саралары, 1985—89 йй. һығылмалы автоматлаштырылған комплекстар технологияһы һәм ҡорамалдары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1942—46 йй. — моторҙар эшләү һәм 1960—63 йй. механика-технология ф‑ттары деканы, 1964—68 йй. уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1990 й. алып проф.‑консультант. Фәнни хеҙмәттәре металл ҡырҡыу станоктарына һәм металдарҙы эшкәртеү технологияларына арналған. К. тарафынан втулкаларҙың һәм күсәрҙәрҙең шлицлы һәм профилле тоташтырыу, авиация конструкциялары деталдәренең теүәл тишектәрен хонингылау технологиялары уйлап табыла. Асыштары БР пр‑тиеларында индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы. БАССР‑ҙың машиналар эшләү сәнәғәте ғилми‑техник йәмғиәте рәйесе (1970—85). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1945, 1954).

Хеҙм.: Хонингование. М., 1973 (авторҙ.); Металлорежущие станки и станочные системы. Свердловск, 1988 (авторҙ.).

В.С.Куликов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке