КУЛИКОВ Геннадий Григорьевич (9.8.1948, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны “Кумыспром” с‑зының Үҙәк усадьбаһы, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Горный а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2008), БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1992). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) ӨМЭЗ эргәһендәге тәжрибә КБ‑нда эшләй (1979 й. алып сектор нач.). 1981 й. башлап ӨДАТУ‑ла: 1987—89 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р (бер үк ваҡытта “Молния” Өфө агрегат КБ‑нда төп конструктор), 1992 й. алып автоматлаштырылған идара итеү системалары каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре системалар һәм системалы анализ теорияһын үҫтереүгә һәм ҡулланыуға арналған. К. етәкс. самолёттар (МиГ‑21, МиГ‑29, Су‑25, Ан‑70), махсус тәғәйенләнешле авиация комплекстары өсөн двигателдәр төҙөгәндә ҡулланылған осоу аппараттарының энергия биреү ҡулайламалары м‑н идара итеү, уларҙы контролдә тотоу һәм диагностикалау системаларының, БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең сәнәғәт пр‑тиеларына автоматлаштырылған идара итеү процестарының матем. моделен әҙерләү ысулдары уйлап табыла. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 70 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Марковские модели сложных динамических систем: идентификация, моделирование и контроль состояния (на примере цифровой САУ ГТД). Уфа, 1998 (авторҙ.); Нечёткие марковские модели систем автоматического управления и контроля //Интеллектуальные системы управления. М., 2010 (авторҙ.); Dynamic Modelling of Gas Turbines: Identification, Simulation, Condition Monitoring and Optimal Control. London, 2004 (авторҙ.).

Е.В.Распопов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке