КУЛИЕВ Ҡайсын Шувай улы (1.11.1917, Терск өлк. Үрге Чегем а. – 4.6.1985, Нальчик), шағир. Ҡабарҙы- Балҡар АССР‑ының халыҡ шағиры (1967). “Яралы таш” (“Раненый камень”; 1964), “Ер китабы” (“Книга земли”; 1972), “Кис” (“Вечер”; 1974), “Ер матурлығы” (“Краса земная”; 1980) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. М.Кәрим т‑да мәҡәләләр һәм шиғырҙар, С.Ҡудаш хаҡында мәҡәләләр авторы. Шағир бер нисә тапҡыр Башҡортостанға килә, башҡ. яҙыусылары м‑н осраша. Уның шиғырҙарын башҡ. теленә Ш.Бикҡол, М.Кәрим, Н.Нәжми, С.Әлибай һ.б. тәржемә иткән. Ленин ис. пр. (1990), СССР Дәүләт пр. (1974), РСФСР-ҙың М.Горький ис. Дәүләт пр. (1966) лауреаты.

Әҫәрҙ.: Яралы таш: шиғырҙар. Өфө, 1971.

Әҙәб.: Нәжми Н. Кем уйлаған. Өфө, 1983.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке