АЛЛЕРГОЛОГИЯ (алло..., гр. ergon — тәьҫир һәм ...логия), аллергия ауырыуҙарының һәм реакцияларының барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, үҫеш механизмдарын һәм клиник барышын өйрәнеүсе, уларҙы иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау алымдарын эшләүсе медицина фәнебүлеге.

Башҡортостанда А. б‑са тикшеренеүҙәр 1934 й. БДМИ‑ның патофизиол. каф. асылғандан һуң башлана. Аллергик процестың төрлө аспекттары (сағыштырма патология, анафилаксия, наркоз, анальгетиктар тәьҫире һ.б.) б‑са тәж. үткәрелә (В.А.Самцов). А. проблемалары б‑са системалы тикшеренеүҙәр 60‑сы йй., күп һанлы нефтехимия сәнәғәте һәм химия сәнәғәте пр‑тиелары тупланған Башҡортостанда аллергия ауырыуҙары күбәйгәс, башлана. Аллергияға бәйле анафилактик шок, клиник үлем һ.б. күренештәр өйрәнелә (Д.Ә.Йәнекәев). Вакциналар һәм сывороткалар институтында бер үк ваҡытта һеркә һәм бәшмәк аллергендарын өйрәнеү м‑н бергә иммуноглобулиндың аллергияға ҡаршы үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙә күп яҡлы тикшеренеүҙәр алып барыла (С.Ә.Йәнекәева, В.А.Стригин, В.А.Трофимов). 70‑се йй. алып БДМУ‑ла төрлө этиологиялы аллергия ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау сараларын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Х.Х.Ганцева). Был ауырыуҙарҙы медикаментоз булмаған саралар (физиотерапевтик процедуралар, лазер терапияһы һ.б.) м‑н дауалауҙың комплекслы терапияһы тәҡдим ителә. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында бронхиаль астманы, аллергодерматоздарҙы һ.б. дауалау өсөн гистоглобулин һәм иммуноглобулиндың диагностик һәм аллергияға ҡаршы препараттары етештереүгә индерелә. Аллергияға ҡаршы иммуноглобулин — алтын һәм 2 көмөш миҙалға, һеркә аллергендарын тәшкил иткән препараттар СССР ВДНХ‑ның бронза миҙалдарына лайыҡ була (1985). Респ. аллергология‑иммунология хеҙмәте ойошторола, эре ҡалаларҙа махсус кабинеттар асыла. 1996 й. алып БР‑ҙың Аллерголог-иммунологтар ассоциацияһы эшләй.

В.А.Стригин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.