КУЛИБАЙ (Кулибаев) Сәләх Ғәбит улы (2.7.1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Нурәли а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түб. Таһир а., – 15.10.1976, Өфө), яҙыусы. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1969). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 30—50‑се йй. “Башҡурдистан” гәз. (ҡара: “Башҡортостан”), “Үктәбер” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) хеҙм‑ре, Башҡортостан пролетар яҙыусылар ассоциацияһы секретары, Башҡ‑н дәүләт нәшриәтенең сектор мөдире, БАССР Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты. “Эш тауында” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1930 й. сыға. “Суйындар һулышы” (1931), “Цехтарҙа” (1932; татар т.) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарында таусылар һәм ҡорос иретеүселәр хеҙмәтенә дан йырлана. “Дәүер әкиәте” поэмаһы (1941) ҙур нефть ятҡылығын асыуға арналған. “Урал егете” (1943) поэмаһында, “Карпат ауылында” (1944), “Йоҡоһоҙ төндәрҙә” (1944), “Һөжүм мәле” (1944) һ.б. шиғырҙарында К. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет яугирҙарының ҡаһарманлығы һәм Украинаны азат итеү т‑да яҙа. “Хәтерләү” (1959), “Ғәҙәт мөғжизәләре” (1975) хикәйә һәм повесть йыйынтыҡтары, “Төрлө биҙәктәр” (1958) һәм “Күңелле хикәйәләр” (1964) китаптарына ингән юмористик әҫәрҙәр; “Төрлө һуҡмаҡтар” (1963), “Ватан улдары” (1972) хәтирәләр китаптары һ.б. авторы. “Дуҫтың өйөндә”, “Таныш исемдәр” пьесалары респ. театрҙарында ҡуйыла. И.А.Крылов, М.Ю.Лермонтов, А.С.Пушкин һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1945). К. исеме м‑н тыуған ауылында һәм Әбйәлил р‑ны Дауыт а. урамдар аталған; Өфөлә яҙыусы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө. 1970; Думы в пути: стихи, поэма. М., 1963.

Әҙәб.: Ҡолмой Я. Хәтер хазинаһы. Өфө, 1970; Хөсәйенов Ғ.Б. Шағирҙар, Өфө, 1981; Баһуманов А. Сәләх Кулибай //Һуғыш үтте, һағыш ҡалды. Өфө, 2000..

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке