КУЛЕШОВ Сергей Павлович (29.4.1956, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2011). ӨАИ‑ны тамамлаған (1978). 1980 й. алып Органик химия ин‑тында (1990 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р), 1994 й. — Нефтехимия һәм катализ ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре. 2011 й. алып “СамараНИПИнефть” ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре каталитик реакцияларҙың механизмын тикшергәндә люминесценция күренешен файҙаланыуға арналған. К. тарафынан анилиндың алифатик альдегидтар м‑н конденсацияланыуының каталитик реакцияһы механизмы билдәләнгән, лантанид ацетилацетонаттарының триболюминесценцияһы асыҡланған; алкилға алмаштырылған хинолиндарҙы, нафтиридиндарҙы һәм фенантролиндарҙы синтезлауҙың каталитик ысулдары эшләнгән. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт, 6 уйлап табыу авторы.

Р.Ғ.Болғаҡов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке