КУЛЕША Вадим Анатольевич (8.6.1932, Белорет ҡ. — 7.3.2011, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. д‑ры (2000). БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1981). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1956) Белорет металлургия комб‑тында эшләй: 1960 й. алып цех нач., 1969 й. — баш инженер урынбаҫары, 1973 й. — дир. урынбаҫары, 1978 й. — ген. дир. һәм 2000—03 йй. ген. дир. урынбаҫары; 2003 й. башлап “Белсталь” ААЙ ген. директоры. К. етәкс. комб‑тта һалҡын килеш прокатлау цехы үҙгәртеп ҡорола, ҡатыштырылған сым цехы төҙөлә, “150” прокатлау станы һ.б. ғәмәлгә индерелә. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 39 уйлап табыу авторы. РСФСР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1988). Окт. Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1966, 1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Производство микропроволоки. Магнитогорск, 1999; Производство стальной проволоки. Магнитогорск, 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Илл.: В.А.Кулеша

Текст на русском языке