КУЛАЕВА Ольга Николаевна (26.5.1929, Мәскәү), үҫемлектәр физиологы. БР ФА‑ның почётлы акад. (2002), биол. ф. д‑ры (1971), проф. (1976). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2005). Фәнни хеҙмәттәре фитогормондарҙың тәьҫир итеү механизмын, уларҙың күҙәнәк һәм тотош үҫемлек кимәлендә сигнал ролен өйрәнеүгә арналған. К. етәкс. үҫемлектәрҙең азот м‑н туҡланыуының төп ферменты — нитратредуктаза — синтезын гормональ һәм субстрат аша көйләү б‑са фундаменталь эштәр башҡарыла. Протеинкиназаларҙың үҫемлектәге гормональ сигналдарҙы тапшырыуҙа ҡатнашыуын иҫбатлай; үҫемлектәрҙең фотосинтез аппараты формалашыуының гормональ көйләнеүен асыҡлай; цитокининдарҙың ядро һәм хлоропласт рецепторҙарын аса. Үҫемлектәр гормонологияһы проблемаларын өйрәнеү б‑са мәктәпкә нигеҙ һалыусы. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Г.Р.Ҡоҙаярова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке