КУЛАГИНА Елена Ивановна (21.12.1953, Мәскәү), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (2007). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Геол. ин‑тында эшләй: 1991 й. алып өлкән, 2008 й. — баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1991—2000 йй. һәм 2011 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге карбон стратиграфияһы һәм палеонтология өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. К. тарафынан Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының һәм Көнсығыш Европа платформаһының көньяҡ‑көнсығышының иртә һәм урта карбонында фораминиферҙарҙың таралыу һәм эволюция законлыҡтары өйрәнелә, башҡорт ярусы һәм серпухов ярусының стратиграфик схемалары нигеҙләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Граница нижнего—среднего карбона на Южном Урале и Среднем Тянь‑Шане. М., 1992 (авторҙ.); Стратотипические и опорные разрезы башкирского яруса карбона Южного Урала. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

Текст на русском языке