КУЛАГИНА Антонина Алексеевна (12.2.1926, Кострома губ. Головино а. — 28.10.2010, Өфө), медицина тарихсыһы. Мед. ф. канд. (1967). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981). Журналистар союзы ағзаһы (1989). Ҡаҙаҡ мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Алма‑Ата, 1948) Ульяновск өлк. һәм БАССР‑ҙа табип участкаларында, Куйбышев т. юлы станцияларында бүлексә дауаханалары нач. булып эшләй. 1965 й. алып БДМИ‑ла (1971 й. башлап санитария‑гигиена ф‑тының һәм дауалау ф‑тының киске бүлеге деканы), 1974 й. — Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑ның ойоштороу‑методик бүлеге етәксеһе, 1988 й. — Респ. һаулыҡ үҙәгендә, 1990—94 йй. Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда. Фәнни эшмәкәрлеге медицина, ш. иҫ. хәрби медицина тарихын өйрәнеүгә, Башҡортостанда медицина фәне һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫеше мәсьәләләренә арналған. К. етәкс. Өфөлә мед. тарихы һәм һаулыҡ һаҡлау музейҙары төҙөлгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: История развития здравоохранения и медицинской науки в БАССР (1917—1980 гг.). Уфа, 1981 (авторҙ.); Развитие медицинской науки в Башкирской АССР. Уфа, 1989; Медики Башкирии дорогой мужества и славы. Уфа, 2007.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке