КУЛАГИН Юрий Захарович (14.11.1929, Мордва АССР‑ы Зоринка а. — 20.10.1983, Өфө), ботаник, дендроэколог. Биол. ф. д‑ры (1964), проф. (1967). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1952) шунда уҡ, 1955 й. алып СССР ФА Урал бүлексәһенең Биол. ин‑тында (Свердловск ҡ.) эшләй, 1960 й. — Илмән дәүләт ҡурсаулығының урман-биол. төркөмө мөдире. 1960 й. башлап БДУ‑ла уҡыта (1965—70 йй. ботаника каф. мөдире), 1970—83 йй. Биол. ин-тының лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге сәнәғәт мөхитендәге ағастарҙы өйрәнеүгә арналған. Индустриаль дендроэкология фәнни йүнәлешенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ағастар — пр‑тиелар ташландыҡтарының тирә-яҡ мөхиткә һәм кеше һаулығына кире йоғонтоһон кәметкән сәнәғәт фитофильтры, тигән ҡарашты үҫтерә. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Древесные растения и промышленная среда. М., 1974; Лесообразующие виды, техногенез и прогнозирование. М., 1980; Индустриальная дендроэкология и прогнозирование. М., 1985.

Әҙәб.: Кулагин Юрий Захарович: библиография. Уфа, 1990.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке