КУЛАГИН Валерий Фёдорович (7.12.1939, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Ҡариҙел а.), вирусолог. Мед. ф. д‑ры (1996). БР‑ҙың атҡ. табибы (1994). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) 2011 й. тиклем “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эшләй: 1983 й. алып бүлек нач., 1988 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2009 й. — баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1996 й. башлап (өҙөклөк м-н) лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡотороу ауырыуына һәм грипҡа ҡаршы вакцина етештереү технологияһын камиллаштырыуға, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәкте диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау өсөн препараттар булдырыуға арналған. К. етәкс. төрлө күләмле сеймал сығанағынан лейкоциттарҙы айырып алыуҙың универсаль ысулы эшләнә һәм етештереүгә индерелә, мембраналы бүленеш ысулын ҡулланып, интерферон етештереү ойошторола. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные вопросы диагностики, патогенеза, лечения и профилактики. Уфа, 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

Текст на русском языке