КУЛАГИН Алексей Юрьевич (23.5.1957, Мейәс ҡ.), дендроэколог. Биол. ф. д‑ры (1994), проф. (1999). РФ‑тың (2008), БР‑ҙың (2001) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1998). Ю.З.Кулагиндың улы. Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1979) БАССР‑ҙың Урман хужалығы министрлығында эшләй; 1980 й. алып Биология ин‑тында: 1988 й. башлап өлкән, 1994 й. — төп, 1999 й. — баш ғилми хеҙм‑р, 2002 й. — урмансылыҡ лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ағастарҙың техноген һәм экстремаль тәбиғәт факторҙарына адаптацияһын өйрәнеүгә арналған. К. тарафынан урман барлыҡҡа килтереүсе ағастарҙың экол. төр үҙенсәлеге, боҙолған ландшафтарҙа урман тергеҙеү ысулдары т‑да концепция эшләнгән, ултыртылған урмандарҙың техноген бысратыусыларҙы туплау һәм таҙартыуҙа әһәмиәте асыҡланған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Ивы: техногенез и проблемы оптимизации нарушенных ландшафтов. Уфа, 1998; Экологическая физиология растений. М., 2001 (авторҙ.); Сосна обыкновенная и нефтехимическое загрязнение: дендроэкологическая характеристика, адаптивный потенциал и использование. М., 2006.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке