КУЛАГИН Андрей Алексеевич (14.9.1979, Өфө), дендроэколог. Биол. ф. д‑ры (2006), проф. (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2011). А.Ю.Кулагиндың улы. БДУ‑ны (2001), БДАУ‑ҙы (2003), РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте акад. (2008) тамамлаған. 1997 й. алып Биология ин‑тында эшләй: 2004 й. башлап өлкән, 2006 й. — төп, 2009 й. — баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2002 й. алып БДПУ-ла (2011 й. алып экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре экстремаль урман үҫтереү шарттарында үҫкән ағастарҙың яраҡлашыу потенциалын билдәләүгә бәйле. Ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә урман экосистемаларының торошон мониторингылы тикшереү, урман тергеҙеү һәм һаҡлаусы урман үрсетеү, антропоген үҙгәргән ландшафтарҙы урман итеп яңыртыу һәм экологик экспертиза һорауҙары б‑са ғәмәли сараларҙы нигеҙләү үткәрелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Древесные растения и биологическая консервация промышленных загрязнителей. М., 2005 (авторҙ.); Водоохранно-защитные леса Уфимского плато: экология, синтаксономия и природоохранная значимость. Уфа, 2007 (авторҙ.); Лиственница Сукачева в экстремальных лесорастительных условиях Южного Урала. М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке