КОМПЛЕКСЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР, координациялан  ғанберләшмәләр, үҙәк атомдан (комплекс төҙөүсе) һәм уның м‑н бәйләнгән молекулаларҙан йәки иондарҙан (лигандтар) торған химик берләшмәләр. К.б. барлыҡҡа килгәндә донор‑акцепторлы бәйләнеш тыуа: комплекс төҙөүсе — акцептор, лигандтар — донорҙар. К.б. координация һаны (үҙәк атом м‑н туранан‑тура бәйләнгән лигандтар һаны) м‑н характерлана. Үҙәк атом м‑н бәйләнгән лигандтар эске сфераны, зарядтары эске сфераның зарядын компенсациялаған иондар тышҡы сфераны барлыҡҡа килтерә. Лигандтың координацияға һәләтле булған донор атомдарының һанына бәйле моно‑, би‑ һәм ...полидентат лигандтар айырыла. 2 йәки күберәк донор атомы аша бер үҙәк атомға координацияланған лигандтар — хелаттар, төрлө үҙәк иондарға координацияланғандары — күперсек рәүешлеләр. Би‑ һәм полиядролы (лигандтарҙы 2 йәки күберәк үҙәк ион бәйләй) К.б. айыралар. Кластерҙар ҙа полиядролы К.б. (үҙәк атомдар араһында химик бәйләнештәр бар). К.б. үҙәк атомдар сифатында металдар, металл булмағандар булыуы мөмкин. К.б. бер атом лигандтарын төрлө атом лигандтарын ҡатнаштырып алыштырыу, молекула эсендәге алмаштырыу, изомерлаштырыу һ.б. реакцияларға инә ала. Башҡортостанда тәбиғи К.б. — төҫлө металдарҙың (баҡыр, цинк һ.б.) сульфидлы мәғдәндәрен сығаралар. Төҫлө металдарҙы мәғдәндәрҙән айырып алыу был металдарҙың флотореагенттар м‑н комплекс төҙөүҙәренә нигеҙләнгән (ҡара: Флотация). Этилендиаминтетрауксус к‑таһының натрий тоҙо (ҡара: “Уфахимпром”) уның м‑н ныҡлы комплекс төҙөгән ауыр металдарҙың аҙ миҡдарҙағы иондарынан арындырыу өсөн файҙаланыла. Нефть эшкәртеү сәнәғәтендә ҡулланылған катализаторҙар металдарҙың К.б. булып тора. Дарыу препараттарының байтаҡ өлөшө К.б. (инсулин — цинк К.б., В12 витамины — кобальт К.б., платинол — платина К.б.). К.б. химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Органик химия ин‑тында (У.М.Джемилев, Ю.Б.Монаков, Ю.И.Муринов, Ю.Е.Никитин, Г.А.Толстиков һ.б.), НИИнефтехимда (Б.И.Кутепов, Р.М.Мәсәғүтов һ.б.) үткәрелә.

Ю.И.Муринов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018