КУКУБАЕВ Анатолий Кукубаевич (1.7.1937, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Бахтыбай а. – 1.8.2002, Өфө), комп., педагог. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1987). Композиторҙар союзы ағзаһы (1998). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1961; И.П.Фоменков класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1966; А.А.Лубенниковтың баян класы; С.П.Горчаковтың дирижёрлыҡ итеү класы) тамамлаған. 1964 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта, бер үк ваҡытта 1971 й. тиклем “Салауат Юлаев” мәҙәниәт йорто халыҡ бейеүҙәре ансамбле оркестрының муз. етәксеһе һәм дирижёры. Төрлө жанрҙарҙа ижад иткән: “Легенда” симфоник поэмаһы (1996), Ғ.Сәләм шиғырына “Республика иртәһе” (“Утро республики”; 1989) ораторияһы, Ю.А.Андрианов шиғырына “Башҡортостан – тыуған ер” (“Башкирия – родная земля”; 1987) кантатаһы; халыҡ музыка ҡоралдары өсөн “Ирәндек үҙәнендә” (“На долине Ирендыка”; 1982) поэма-фантазияһы, “Халыҡ байрамы” (“Народный праздник”; 1983) увертюраһы, Мари рапсодияһы (Марийская рапсодия; 1986), Салауат маршы (Марш Салавата; 1993); аккордеон, балалайка, баян, гармун, думбыра, ҡурай өсөн пьесалар һ.б. И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс” пьесаһы б‑са “Ҡыуылған ҡыҙ” (“Изгнанная”) спектакленә музыка авторы. Уҡыусылары араһында Р.Ю.Шәйхетдинов, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре А.В.Беляев, Н.И.Махней. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1967). 1996 й. Сәнғәт училищеһында уҡыусылар араһында йыл һайын үткәрелә торған К. ис. конкурс булдырыла, 2004 й. уның ис. уҡыу класы асыла.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке