КОММУНИСТИК ИНТЕРНАЦИОНАЛ БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ (КИБК), Коммунистик Интернационалдың (Коминтерн; 1919—43 йй. төрлө илдәрҙең коммунистик ойошмаларын берләштергән халыҡ-ара ойошма) конгрестар саҡырылмаған арала етәксе органы. 1941 й. окт. Коминтерн учреждениелары Мәскәүҙән Башҡортостанға эвакуациялана. Респ. КИБК‑ның ген. секретары Г.Димитров, КИБК Президиумы ағзалары К.Готвальд, Д.Ибаррури, В.Коларов, И.Коплениг, О.В.Куусинен, Д.З.Мануильский, А.Марти, В.Пик, П.Тольятти, М.Торез, В.Флорин, халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәрҙәре Ж.‑Р.Блок, В.Ульбрихт һ.б. эшләй. КИБК Икенсе донъя һуғышы шарттарында коммунистик партиялар эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләгән, уларҙы пропагандистик материалдар һәм кадрҙар м‑н тәьмин иткән. Кушнаренко а. (Кушнаренко р‑ны) Коминтерн мәктәбе эшләгән. Коминтерндың Өфөләге радиостанциялары аша фашистик блокка ингән дәүләттәр һәм баҫып алынған илдәр өсөн 18 телдә тапшырыуҙар, хәрби әсирҙәр араһында пропаганда эше алып барылған. Өфөлә “Коммунистический Интернационал” (“Коммунистик Интернационал”) ж. нәшер ителгән. 1943 й. майында КИБК Президиумы Коминтернды таратыу т‑да ҡарар сығара. Өфөлә КИБК эшләгән Авиация техникумы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Узиков Ю. Гвардейцы планеты. Коминтерновцы в Башкирии. Уфа, 1978.

Ю.А.Узиков

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке