КУКОВИНЕЦ Ольга Сергеевна (12.11.1947, Балей ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (1994), проф. (2002). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1972) Органик химия ин‑тында эшләй, 1996 й. башлап БДУ‑ла (2000–13 йй. алып инженерлыҡ ф‑тының фәнни эштәр б‑са декан урынбаҫары). Фәнни хеҙмәттәре биологик актив берләшмәләр синтезы, махсус тәғәйенләнешле полимер материалдар химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, циклик һәм ациклик олефиндар озонолизын өйрәнеүгә арналған. К. тарафынан бөжәктәрҙең (виноградтың онло һурнасының, калифорния ҡуңыҙының) ғәмәли әһәмиәткә эйә булған феромондары һәм ювеноидтары (метопрендың, гидропрендың) синтезлана. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 48 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Семиохемики в защите зерна и продуктов его переработки от вредных насекомых. Уфа, 2005 (авторҙ.); Циклопропаны (свойства, синтез, применение). Уфа, 2006 (авторҙ.).

В.Н.Одиноков

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Текст на русском языке