КУКЛЕВА Галина Алексеевна (21.11.1972, Ишембай ҡ.), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1998). Төмән ун‑тын тамамлаған (1998). Биатлон б‑са респ. СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө, тренеры В.В. Новожилов). Спринтта Олимпия уйындары чемпионы (1998); эстафетала Олимпия уйындарының көмөш (1998) һәм бронза (2002) призёры, донъя (2000—01, 2003) һәм Европа (1996) чемп., донъя чемпионаттарының көмөш (1999) һәм бронза (1997) призёры; масс‑стартта донъя чемпионатының көмөш призёры (2000); спринтта Европа чемпионатының бронза призёры (1996). Үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (1990). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993—2003). 2004 й. алып Төмән ун‑тында уҡыта. Почёт орд. (1998), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2003) м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке