КУЙБЫШЕВ ТИМЕР ЮЛЫНЫҢ БАШҠОРТОСТАН ТӨБӘГЕ. Тимер юл транспортында йөк (50%‑тан ашыуын нефть һәм нефть продукттары тәшкил итә) һәм пассажирҙар ташыу эшен башҡара. Куйбышев т. юлы составында һәм РФ т. юлы селтәрендәге иң ҙур пр‑тиеларҙың береһе (ҡара: Тимер юлдар). Составына 96 структур бүлексә, ш. иҫ. локомотив (Дим, Өфө, Стәрлетамаҡ) һәм вагон (Бензин, Дим, Өфө) деполары; юл (Аксаков, Белорет, Дим, Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Әшә), сигнализация һәм элемтә (Дим, Өфө, Стәрлетамаҡ, Шишмә), электр м‑н тәьмин итеү (Дим, Инйәр, Шишмә), граждандар ҡоролмалары (Дим, Ҡарлыман, Өфө, Стәрлетамаҡ), һыу м‑н тәьмин итеү (Дим), йөк тейәү-бушатыу эштәре (Өфө механизацияланған) дистанциялары; 64 т. юл станцияһы һ.б. инә. Т. юл линияларының оҙонлоғо — 1476 км, 952 км электр үткәрелгән. Балалар өсөн 2 йәйге ял лагеры, балалар тимер юлы, 5 дауаханаһы, 4 амбулаторияһы, “Локомотив” спорт клубы бар. 2011 й. 12 меңгә яҡын кеше эшләгән.

1949 й. Өфө т. юлы булараҡ ойошторола, составына Абдулла, Бөгөлмә, Дим, Стәрлетамаҡ, Ульяновск бүлексәләре инә. 1959 й. илдең т. юлдарын эреләтеүгә бәйле Өфө т. юлы (Ульяновск һәм Абдулла бүлексәләренең бер өлөшө, Дим, Стәрлетамаҡ) Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ Куйбышев т. юлы составына индерелә. 2001 й. алып Куйбышев т. юлы филиалы, 2003 й. — структур бүлексәһе, 2010 й. — “Рәсәй тимер юлдары” ААЙ филиалы — Куйбышев т. юлының Башҡ‑н төбәге. Пр‑тие м‑н В.П.Доброрез, П.А.Комлев, Ф.А.Креков, Р.Н.Маннуров, И.П.Спатар, А.Н.Степанов, М.Ш.Әминев, А.А.Яковлев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.Г.Лончаков

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке