КУЗЬМИЧЁВА Евдокия Яковлевна [25.1.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Дияш а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 1.6.2002, Бәләбәй ҡ.], төҙөүсе. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1979). 1948 й. алып “Туймазанефтестрой” тресы маляры, 1952—85 йй. “Шкаповнефтестрой” тресының 2‑се төҙөлөш идаралығында (Бәләбәй ҡ.): 1954 й. башлап биҙәкләү эштәрен башҡарыусылар бригадиры. Техника йортон (Октябрьский ҡ.), Бәләбәй, Салауат ҡҡ. һәм башҡа торама пункттарҙа заводтар төҙөүҙә ҡатнаша. СССР ЮС‑ының 9—10‑сы, БАССР ЮС‑ының 6‑сы саҡырылыш депутаты. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1982). Ленин (1960), Халыҡтар дуҫлығы (1973) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке