“КОММУНАР”, иген һәм малсылыҡ продукттары етештереү пр‑тиеһы. Дәүләкән р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Сергиополь ауылы. 1931 й. “К.” к‑зы булараҡ ойошторола, 1993 й. алып ЯАЙ, 2000 й. — АХПК, 2011 й. ябыла. Составына 5 үҫемлекселек бригадаһы, 4 һөтсөлөк, 1 йылҡысылыҡ һәм 1 сусҡасылыҡ фермаһы, һөт етештереү комплексы ингән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған. “К.” м‑н Р.Н.Демичева эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева