АЛЛАЯРОВА Нажиә Һибәт ҡыҙы (15.7.1936, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Яңы Байрамғол а.), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано). РСФСР‑ҙың атҡ. (1982), БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡ. (1971) артисы. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1967; М.Л.Переверзева класы) тамамлаған. 1961—62 йй. Башҡ. филармонияһы, 1967—91 йй. БДОБТ солисы.

Сағыу, бигерәк тә юғары регистрҙа аныҡ, матур көмөштәй саф тембрлы көслө тауыш эйәһе. Төп партиялары: Виолетта (“Травиата”), Джильда (“Риголетто”, икеһе лә — Дж.Верди), Марфа (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков), Розина (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини) һ.б. Милли операларҙа колоритлы образдар ижад итә: Гөлзифа (“Ағиҙелтулҡындары”; дебют, 1967), Әминә (“СалауатЮлаев), Наза (“Ҡоҙаса”, З.Ғ.Исмәғилев), Бибинур (“3амандаштар”). Йырсының концерт репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары һәм Башҡортостан композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре бар. СССР‑ҙың халыҡ артистары М.Л.Биешу, Д.М.Гнатюк, Е.С.Мирошниченко, А.Б.Соловьяненко һ.б. м‑н сығыш яһай. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1960). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2017).

Г.Л.Ғәлимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке