КУЗЬМИНСКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Мәләүез а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта Ағиҙел һәм Мәләүез йй. араһында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 61 кеше; 1939 — 106; 1959 — 100; 1989 — 119; 2002 — 181; 2010 — 219 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙендә 1906 й. һәм 1914 й. араһында мордва крәҫтиәндәре Кузьминский ширҡәте булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке