КУЗЬМИНОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Субан й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 121 кеше; 1959 — 290; 1989 — 214; 2002 — 249; 2010 — 251 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Суртан урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға, 20 б. 30‑сы йй. Әлшәй с‑зы ойошторолоуға бәйле, с‑здың Көньяҡ бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 60‑сы йй. алып Первомайский с‑зының Көньяҡ бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2008 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке