КОММЕРЦИЯ ҺӘМ ХОҠУҠ ИНСТИТУТЫ, дәүләт ҡарамағында булмаған юғары уҡыу йорто. Өфөлә урынлашҡан. 1995 й. асыла. Ин‑т составына 5 каф., китапхана инә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә бухгалтер анализы, иҫәбе һәм аудиты, ойошма менеджменты һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Уҡытыусылар араһында 2 фән д‑ры һәм 17 фән канд. (2012). 4 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2012). Ректоры — И.М.Әхмәтов (1995 й. алып).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.