КУЗЬМИН Пётр, Козмин П., Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Воскресенка заводының Ҡарғалы рудниктарында приказчик була. Ихтилалға 1773 й. окт. башында ҡушыла. Рудник эшселәре отрядына етәкселек итә, Берда баш күтәреүселәр үҙәгенә ҡорал, аҡса еткерә. 12 окт. Воскресенка з‑дына Ҡасҡын Һамаров отрядын алып килә. 1774 й. 22 майында Исәт провинцияһының Лягушино а. (Силәбе өлк. Сыбаркүл р‑ны) янындағы Пугачёвтың Төп ғәскәре м‑н И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре араһындағы алышта әсиргә алына. Өфө төрмәһендә тотола. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке