КУЗЬМИН Николай Михайлович (21.12.1919, Ярославль губ. Гаврилково а. — 9.2.1963, Ленинград), танкист, өлкән лейт. (1946). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Камышин танк уч‑щеһын (1944), Ленинград офицерҙар бронетанк мәктәбен (1945) тамамлаған. 26‑сы Рыбинск моторҙар з‑дында эшләй, 1941 й. завод м‑н бергә Өфөгә эвакуациялана. 1944 й. алып 1‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 4‑се армия 93‑сө танк бригадаһының рота ком. лейт. К. 1945 й. 30—31 ғин. Равич ҡ. өсөн һәм Зелёна‑Гура ҡ. (Польша) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Ленинградта йәшәй һәм эшләй. Ленин (1945), 1‑се (1945) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Герои огненных лет. Ярославль, 1968.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Фото: Н.М.Кузьмин

Текст на русском языке