КУЗЬМИН Василий Фёдорович (1907 й. февр., Стәрлетамаҡ ҡ. — 12.10.1943, Украина ССР‑ы Монастырёк утары янында), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935 й. алып — Өфө крекинг з‑дында, 1940 й. “Азгазстрой” тресында (Баҡы) эшләй. 1941 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1943 й.) башлап Үҙәк һәм Воронеж фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 10‑сы танк корпусы 183‑сө танк бригадаһының танк башняһы атыусыһы сержант К. 1943 й. 24 сент. Монастырёк утары эргәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). Стәрлетамаҡта урамға К. исеме бирелгән, һәйкәл һәм ул уҡыған 18‑се урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, И.Ғәримова

Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке