КОММЕРЦИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, урта дөйөм һәм проф. белем биреү уҡыу йорто. 1912 й. 25 авг. Коммерция уҡыу йорттары т‑да положениеға ярашлы (1896) Өфө үҙ-ара кредитлау йәмғиәте тарафынан Өфөлә асыла. Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы ҡарамағында була. Йәмәғәт һәм шәхси аҡса иҫәбенә тотола. Бөтә ҡатлам балалары ла ҡабул ителә. Уҡыусылар имтихандар һөҙөмтәһенә ҡарап, конкурс нигеҙендә алына. Түбәнге әҙерлек класына — уҡый, яҙа һәм 10‑ға тиклем һанай белгән 8—10 йәшлек, 1‑се класҡа урта уҡыу йорттарының 1‑се класына инеү өсөн етерлек белеме булған 10—12 йәшлек малайҙар ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була (йылына түбәнге әҙерлек класына — 60, юғарыһына — 70, 1—3 кластарға — 100, 4—8 кластарға — 120 һум). Ҡайһы бер уҡыусыларҙың уҡыуы өсөн Үҙ-ара кредитлау йәмғиәте, земство, ҡала берекмәләре һ.б. түләгән. Уҡыу курсы 10 йыл тәшкил итә (түбәнге һәм юғары әҙерлек бүлектәре һәм 8 төп класс). К.у. уҡыу программаһына арифметика һәм башланғыс геом., матем., геогр., тарих, физика, химия, сәйәси иҡт., тәбиғәтте өйрәнеү, урыҫ, нем., ингл. телдәре, әүәләү, каллиграфия, рәсем, уйындар, гимнастика, йыр, Алла Ҡануны инә. Махсус предметтар: закон ғилеме, коммерция арифметикаһы, теоретик һәм ғәмәли бухгалтерия, коммерция бухгалтерияһы, корреспонденция (урыҫ һәм сит телдәрҙә); тауар өйрәнеү ғилеме, химия һәм тауар өйрәнеү ғилеме б‑са ғәмәли дәрестәр һ.б. Өҫтәмә рәүештә фр. теле, гигиена, һыҙым, стенография, ҡул хеҙмәте, бейеү өйрәнелә. Шул уҡ бинала урынлашҡан Сауҙа мәктәбе м‑н берлектә 2 китапханаһы, химик лаб., тәбиғәт-физика һәм тарих-геогр. кабинеттары, тауар өлгөләре музейы була. Училище эргәһендә Попечителлек советы эшләй. Кластағы уҡыусылар һаны 40‑тан артмай. 1912 й. уч‑щела 114 уҡыусы була: урыҫтар — 96, башҡорттар һәм татарҙар — 9, йәһүдтәр — 6, немецтар — 3; уҡыусыларҙың 73%-ын — мещан һәм крәҫтиән, 27%-ын дворян, рухани һәм хәрби хеҙм‑рҙәр балалары тәшкил итә. Сығарылыш имтихандары үткәрелә. Тамамлаусылар аттестат һәм шәхси почётлы граждан исеме, отличие м‑н тамамлағандар коммерция канд. исеме ала; коммерция һөнәрҙәре б‑са белем талап ителгән дәүләт хеҙмәтенә, юғары махсус уҡыу йорттарына ингәндә реаль училище тамамлаусыларға тиңләштергәндәр. 1919 й. К.у. Өфө проф. коммерция курсы итеп үҙгәртелә (ҡара: Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы). Дир. — И.И.Рожновский (1912—19). К.у. бинаһы (хәҙ. унда Авиация техникумы урынлашҡан) — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Аминов Т.М. Дореволюционная Уфа как центр профессионального образования. 2-е изд., перераб. Уфа, 2006; Аминов Т.М., Хусаинов Р.М. Развитие коммерческого образования в Башкирии (1908—1967): от Торговой школы до Уфимского профессионального торгового училища. Уфа, 2009.

Т.М.Әминев, В.Н.Буравцов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Илл.: Өфө коммерция училищеһы. 1912

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.